2 миллион ярым тонна ашлыҡ йыйып алынған. Был турала бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Гектар ҡеүәте уртаса 22 центнер. Хужалыҡтар көнбағыш баҫыуҙарына төшкән. Был культура 315 мең гектарҙа сәселгән, - тине Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов.