Бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, объект 75 процентҡа әҙер, тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндереү, юл билдәләре ҡуйыу кеүек эштәр ҡалған. Кәңәшмәлә шулай уҡ «Рәсәй-спорт дәүләте» халыҡ-ара спорт форумы, йылытыу ҡаҙанлыҡтарының ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге, ишле ғаиләләргә яңы социаль ярҙам саралары тураһында ла һүҙ барҙы. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Өфө халҡы түҙемһеҙлек менән көткән яңы юл төҙөлөшө тамамланыу алдында, Рыленко урамы менән Пугачев урамы киҫелешендәге юл үткәргесе 1 октябрҙә файҙаланыуға тапшырыла. Әйткәндәй, был тәүге этап ҡына. Баш ҡаланың Көньяҡ ҡапҡаһы тип аталған күләмле инфрструктура проекты шулай уҡ Пугачев урамындағы юл төҙөлөшөн, Кузнецов Затонынан Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер һалыуҙы үҙ эсенә ала.
Йәғни, ошо юлдан тура Өфө-Ырымбур федераль трассаһына сығыу мөмкинлеге асыла. «Дуҫлыҡ монументы»нан «Лента» супермаркетына тиклемге арауыҡ быйыл декабрь уртаһына тиклем сафҡа индерелә, 4 һыҙат сират буйынса төҙөлә. Тотош урамды киләһе йылдың икенсе яртыһында файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.
Был объектты Өфө агломерацияһында тормошҡа ашырылған иң ҙур юл төҙөлөшө проекттарының береһе тип атарға мөмкин. Уның суммаһы 61 миллиард һумдан ашыу. Объект юл тығындарынан ҡотолорға ярҙам итер тип көтөлә. Әммә эш менән бәйле ҡатмарлыҡтар ҙа юҡ түгел. Төҙөлөш өсөн майҙанды күсемһеҙ милек объекттарынан таҙартыу шарт. Әлеге ваҡытта ике хужалыҡ буйынса суд процестары дауам итә, был Геофизиктар һәм Бородин урамдары араһындағы участкала эш тотҡарланыуға килтергән.
Күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн яңы ярҙам саралары индерелә, улар менән ишле ғаилә таныҡлығы буйынса файҙаланырға мөмкин. Радий Хәбиров транспорт ташламаһын электрон форматҡа күсерергә ҡушты. Был ярҙам төрөн республикала 8 меңгә яҡын бала ала.
Радий Хәбиров 50-нән ашыу район-ҡала хакимиәте башлығының вәкәләте туҡтатылыуға ла аңлатма бирҙе. Сентябрь башындағы һайлауҙа урындағы үҙидара депутаттары һайланған, хәҙер яңы вәкәләтле орган формалаштырыу бара. Әле башлыҡ вазифаһын урынбаҫарҙар башҡара. Кадрҙар системаһында үҙгәрештәр юҡ түгел, хаҡлы ялға сығыусылар бар, әммә төп состав ҡала, тине Радий Фәрит улы.
Йылытыу миҙгеленә килгәндә, әлегә ҡаҙанлыҡтарҙы тоҡандырыу көтөлмәй. Синоптиктар аҙна аҙағына көндөң 20 градусҡа тиклем йылыныуын фаразлай. Ә йылы биш көн дауамында һауа температураһы 8 градустан түбән булғанда бирелә. Күләмле сараларға килгәндә, Башҡортостан «Рәсәй-спорт дәүләте» халыҡ-ара форумын ҡабул итергә әҙерләнә. Сарала ҡатнашыуға 2 мең ғариза ҡабул ителгән дә инде.
Рәмзиә Кәримова