Мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары Красный Лиман йүнәлешендә дошмандың терәк пункттарын, артиллерияһын һәм бронетехникаһын юҡ итә. Көн һайын һәр экипаж заманса Т 90 м «Прорыв» танктарында бер нисә тапҡыр хәрби заданиеға сыға. Башҡорт танкистарының Ватан өсөн нисек көрәшеүе һәм ни өсөн яугирҙар махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итеүҙәре хаҡында киләһе репортажда.
Сергей Зорин исемендәге танк батальоны Т 90 м «Прорыв» танктарында сираттағы хәрби заданиеға сыға. Ҡорал ҡеүәтле, техника үтемле, уның өсөн бөтөнләй кәртә юҡ. Танкистар, идара итеүҙә был машина еңел автомобиль кеүек, тип билдәләй. Әммә яу яланында күп нәмә тәжрибәле механик-водителдең оҫталығына бәйле. Һәр танкта үҙ эшенең ысын профессионалдары эшләй, улар тура наводкаға ала, ябыҡ ут позицияларынан теүәл координаталар менән дошманды ҡыйрата. Механик-водителгә иң мөһиме, экипажды һәм техниканы уңышлы алып ҡайтыу. «Мирон» ҡушаматлы яугир төньяҡ Кавказда һуғыш юлы үткән, Рейд төркөмөндә Т 72-гә идара иткән. Башҡорт танкистарының ниндәй хәрби техника менән һуғышҡанын белгәс, шунда уҡ үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға барырға ҡарар иткән.
Ә был бер йыл элек ябыҡ ут позицияларынан хәрби атыш барған кадрҙар. Шул саҡта Т 90 М танкыһы командиры «Калач» ҡушаматлы яугир үҙенең хәрби машинаһының мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Ул мәлдән алып танкист бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып өлгөргән, ғаиләһе һәм яҡындары менән осрашҡандан һуң яңынан яуҙаштары янына ашыҡҡан.
Хәрби хәрәкәттәр зонаһында танктар экстремаль шарттарҙа ҡулланыла.Танк экипаждарына хәрби бурыстарҙы йылдың теләһә ниндәй һауа шарттарында һәм теләһә ниндәй ваҡытта үтәргә тура килә. Техника ышаныслы һәм һынатмай. Бөтә Т 90 М «Прорывтар» яңы, етештереүсенең гарантияһы ла бар. Яугирҙар тик техник хеҙмәтләндереү генә үткәрә.
Май, фильтрҙар, расходниктар алмаштырыла. Уларҙың һәр береһенең хәрби хеҙмәткә килеүгә үҙ сәбәбе бар.
Оҫтаханала механиктар танктарға мангал һәм дронға ҡаршы селтәрҙәрҙе иретеп-йәбештерергә ярҙам итә, пилотһыҙ осоу аппараттары камикадзе һөжүменән һуң динамик һаҡланыу сараларын яңырта. Артабан «Прорыв» танкты ҡабаттан үҙ исемен аҡларға әҙер.
Ремонт ротаһы егеттәре ярҙамы менән Т 90 м танкылары һәр ваҡыт төҙөк. Танкистар сираттағы бойороҡ алғандан һуң хәрби заданиеға юллана. Бронемашиналар иң ҡатмарлы йүнәлештәрҙә башҡа подразделениеларға ут менән ярҙам итеү, дошмандың контратакаларын һәм ротацияһын өҙөүҙә ҡулланыла. Тәжрибәле наводчиктар бер-нисә саҡрым алыҫлыҡта маҡсатҡа тоҫҡап теүәл ут аса. Һуғыш яланындағы бөтә экипаждар ҙа бер бөтөн механизм кеүек эшләй. Сираттағы хәрби алыштан һуң танкистар туғандарына сәләм тапшырҙы.
Гүзәл Борханова