Өфө коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары башҡорт телен брайль шрифты ярҙамында өйрәнә башланы

Белем алыр өсөн сиктәр юҡ. Өфө коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары башҡорт телен брайль шрифты ярҙамында өйрәнә башланы. Күреү һәләтен юғалтҡан балалар өсөн яңы дәреслектәр әҙерләнгән. Тактиль башҡорт алфавиты һәм махсус һүрәттәр менән байытылған уҡыу әсбаптары Башҡортостан башлығы гранты скитәрендә тормошҡа ашырыла. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Хәҙер улар өсөн башҡорт теле дәрестәре ҡыҙыҡлыраҡ һәм фәһемлерәк үтә. 8-се класс уҡыусылары брайл шрифты менән яҙылған яңы дәреслектәр алды. Уның йөкмәткеһе дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡытылған дәреслеккә тура килә. Ләкин биттәре күберәк һәм ул бер китапҡа ғына һыймаған.

Элекке китаптарға килгәндә бар мәктәп тик бер төр дәреслек менән уҡыған. Хәҙер һәр класс өсөн айырым. Был Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тырышлығы һәм Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа аша. Брайл шрифтына яраҡлаштырылып нәшер ителгән башҡорт теле дәреслектәре һәр уҡыусы өсөн тәғәйенләнгән.

Башҡортостан башлығы гранттары фонды республикала социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар китапханаһы проекты - шундайҙар рәтендә. 150 мең һумлыҡ грант ярҙамына брайль шрифты менән башҡорт теле буйынса 15 дәреслек баҫтырылған. Китаптар төрлө дидактик материалдар, рельеф-графика менән тулыландырылған.

Әлеге ваҡытта Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар китапханаһы алдында 1-се һәм 9-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслектәрҙе яңыртыу бурысы тора.

Әлфинә Килдейәрова