Сибай һәм Аҡъяр араһында 17 километр юл төҙөкләндерелде

Был эш Радий  Хәбиров  ҡушыуы буйынса алып барыла. Халыҡтан юл сифаты буйынса мөрәжәғәттәр күп килгән, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында 64 километр юлды тәртипкә килтереү маҡсаты ҡуйылған. Быйыл 27 километр төҙөкләндерелә. Киләһе йылда эш дауам итә.