Ағас "Йәшел Башҡортостан" акцияһы барышында ултырыла. Аллея "Серебрянный ручей" микрорайонында барлыҡҡа килә. Бында йәйәүлеләр һуҡмағы, сәскә түтәлдәре яңыртылған, яңы ағастар өсөн тупраҡ килтерелгән. "Йәшел Башҡортостан" акцияһының көҙгө этабы 28 сентябрҙә башлана.