Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Штраф суммаһын мең ярым һумдан билдәләү тәҡдим ителә. Бындай эштәрҙе административ комиссия ҡарарға тейеш була. Штрафты протоколһыҙ ҙа һалыуҙары мөмкин, был осраҡта фото, йә видеотеркәү приборҙарынан мәғлүмәттәр иҫәпкә алына.