Яңы хаҡтар «Башнефть» компанияһы сайтында баҫылған. Үҙгәрештәр 4 позицияға ҡағыла. Мәҫәлән, 92 маркалы бензин - 51 һум 65, ATUM - 92 - 52 һум 75, 95 маркалы ATUM бензины - 56 һум 25 тин тора. Ә бына АИ-100 яғыулығы өсөн водителдәргә 78 һум 75 тин түләргә тура киләсәк, йәғни ул 3 һумға күтәрелгән. Дизель яғыулығының бер литры 63 һум 85 тин кимәлендә үҙгәрешһеҙ ҡалған.