Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда «Ҡояштың ус төбөндә» тип аталған инклюзив этномәҙәни фестивалгә старт бирелде. Аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк сара һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға йүнәлтелгән. Улар бында республика халыҡтарының тарихы менән биҙәү-ҡулланма һәм художество ижады аша таныша ала. Проект «Беренселәр хәрәкәте» гранты конкурсы сиктәрендә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фестиваль майҙанында фольклор коллективтар һәм инклюзив театрҙар республика халыҡтарының төрлө байрамдарын, йолаларын күрһәтә, ғөрөф-ғәҙәттәренән инсценировкалар менән сығыш яһай. Ҡатнашыусылар өсөн махсус интерактив майҙансыҡтар ойошторолған. Балалар уйын программаларында, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, тематик китап күргәҙмәләрендә, милли аш-һыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә, конкурстарҙа ҡатнаша ала.