Өфөлә балаһынан ата-әсәләре баш тартырға теләгән 200-ҙән ашыу баланы ғаиләләрендә һаҡлап алып ҡалыуға ирешелгән. Баш ҡалала «Саторис» психологик- педагогик медицина һәм социаль ярҙам үҙәгендә яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү бүлеге эшләй. Психологтар 10 йыл дауамында бала табыу йорттарына бара, йәш әсәйҙәр менән һөйләшә, һәр ҡарарҙың мөһимлеген аңлата. Балаларҙы бала табыу йорттарында ҡалдырыуҙың сәбәптәренең береһе - финанс ауырлыҡ. был осраҡта мөмкин булғанса, ҡатын-ҡыҙҙарға матди ярҙам күрһәтелә.