Башҡортостан йәмәғәт транспорттарында куар-код ярҙамында иҫәпләшергә була

Мөмкинлек яңы системаға индерелә һәм тәжрибә этабында тикшерелә. Уңайлыҡ Өфө һәм республиканың башҡа ҡалаларында эшләйәсәк. 1 октябрҙән йыл аҙағына тиклем юл йөрөү өсөн куар-код аша түләгәндәргә 13 һум ташлама ҡаралған. Тимәк, «Башавтотранс» автобустарында билет 41 һум урынына 28 һум. Система «Башавтотранс» һәм шәхси пассажир ташыусылар автобустарында, травмай һәм троллейбус - йәмғеһе 1500 транспорт сараһында эшләйәсәк.

Республика транспорт министрлығы заман бергә атларға тырыша, шуға пассажирҙар өсөн яңынан-яңы иҫәпләшеү алымдары индерә. Киләсәктә хатта йөҙ менән түләү мөмкинлеге индереү ҙә ҡарала. Ҡулаҡса менән, әйтәйек, «Башавтоторанс» автобустары пассажирҙарының тик 8 проценты ғына файҙалана. Куар-код аша түләү өсөн, тик смартфон ғына кәрәк. Автобустарға ҡуйыласаҡ карточкалар NFC системаһын да ҡабул итә. Йәғни, андроид телефондарҙы кодҡа һалыу ҙа етә. Юл өсөн камера, банк йәки СБПэй ҡушымталары аша ла түләргә мөмкин.