Күмертауҙа йылытыу миҙгеле башланды

Ҡалала республикала тәүгеләрҙән булып мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, шулай уҡ башҡа социаль әһәмиәтле объекттарға йылы бирелде. Ҡала властары бындай ҡарарҙы һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе менән аңлата.

Көн һыуытҡас, йылылыҡ селтәрҙәренә хат яҙҙыҡ. Гимназияла хәҙер йылы. Был уҡыусылар һаулығын хәстәрләү йәһәтенән бик мөһим тип иҫәпләйбеҙ.

Әнисә Түләгәнова, М. Исҡужин исемендәге прогимназия директоры