Уны төҙөү «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса алып барыла. 320 кешегә иҫәпләнгән медицина учреждениеһында балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡабул итеү өсөн заманса шарттар булдырыла.
Төҙөүселәр әле биҙәкләү эштәре менән мәшғүл. Инженер селтәрҙәре һуҙыла, биләмәне төҙөкләндереү буйынса эш алып барыла. Өс ҡатлы яңы бинала өлкәндәр һәм балалар бүлексәләре урынлаша. Поликлиника заманса медицина техникаһы менән йыһазландырыласаҡ.