Майҙанда төрлө йәш вәкилдәре өсөн ял һәм спорт менән шөғөлләнеү шарттары барлыҡҡа килгән. Саф һауала яҡында урынлашҡан спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм пенсионерҙар һаулығын нығыта. Урында турниктар, эскәмйәләр, бәүелсәктәр, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Төҙөкләндереүҙән һуң, ҡала үҙәгендә сираттағы зауыҡлы һәм хәүефһеҙ ял урыны барлыҡҡа килгән.
Әлеге ваҡытта Благовещенда тағы ла бер нисә йәмәғәт урыны тәртипкә килтерелә. Төҙөкләндереү «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Әйтәйек, Дáшковтар аллеяһы, Яр буйы зонаһында яҡтыртыу ҡоролмалары, бордюрҙар ҡуйыла, юлға ҡырсынташ түшәлә. Проект буйынса ниндәй йәмәғәт урынын төҙөкләндереүҙе урындағы халыҡ үҙе һайлаған.