Өфөлә яугирҙарға хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы тапшырылды

Бөгөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында «Вагнер» шәхси хәрби компанияһы яугирҙарына хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы тапшырылды. Документ ике тиҫтәнән ашыу яҡташыбыҙға бирелде.

Хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы егеттәргә тейешле түләүҙәр һәм ташламалар алыу, реабилитация үтеү хоҡуғы бирә. Социаль яраҡлаштырыу, эшкә урынлаштырыу, төрлө һөнәрҙәргә уҡытыу, техник саралар, протездар алыу буйынса эш алып барыла. Махсус хәрби операция инвалидтарына ҡул менән идара ителгән автомобилдәр ҙә тапшырыла башлай. Транспорт сараһы аяҡһыҙ ҡалып инвалид коляскаһында хәрәкәт иткәндәргә бирелә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы Үҙәк аппаратҡа ғаризалар ебәргән дә инде.

Егеттәр әйтеүенсә, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Документтар юллауҙа ла, реабилитация үтеүҙә лә, шәхси проблемаларҙы хәл итеүҙә лә булышлыҡ итә. Даими ҡурсау, хәстәрлек тоябыҙ. ти улар.