Башҡортостан яугирҙары ил һағында

Ватанды һаҡлау - изге һөнәр. СССР-ҙың оборона министры Андрей Гречконың ҡанатлы фразаһы бөгөн дә актуаль. Йөрәк ҡушыуы буйынса күп ир-егеттәр, илде дошмандан һаҡларға кәрәк булғанда, гражданлыҡ һөнәрен хәрби һөнәргә алмаштыра. Уларҙың тыныс тормошта алған һөнәри тәжрибәһе махсус хәрби операция үткәреү биләмәһендә тик файҙаға ғына. Хәрби хәбәрселәр күҙлегенән.

9 ай элек Башҡортостан мотоуҡсылар полкы яугиры телевидение микрофонын автоматҡа алмаштырып,үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Үҙ ҡарарын оҙаҡ уйламаһа ла, был аҙымынды ғаиләмә аңлатыу иң ауыры булды, ти коллегабыҙ. Әммә бөгөн уға туғандары һәм яҡындары ныҡлы терәк булып тора.

Идаралыҡ ротаһында төп бурысын үтәүҙән тыш, буш ваҡытта Журналист мәғлүмәт яланында ла көрәш эшен дауам итә.

Бындай яҙмаларҙың киләһе геройҙарының береһе «Айболит» ҡушаматлы яугир буласаҡ . Уның да Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйыу һәм үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә килергә йөрьәт итеүе хаҡында һөйләйһе һүҙҙәре бар.

Гражданкала дарыухана эшмәкәрлеге менән шөғөлләндем, һөнәрем фармацевт. Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем, үҙемдең өс балам бар. Улар әле балалар баҡсаһына йөрөй. Тыуған илгә ярҙам итергә, ниндәйҙер ғәмәл менән Еңеүҙе яҡынайтырға теләнем. Беҙҙең подразделениела, штурм отрядында, төрлө һөнәр эйәләре - йөк машинаһы водителдәренән алып профессиональ хирургтарға тиклем бар. Уларҙың бөтәһен дә бер маҡсат- Ватанды һаҡлау берләштерә.

«Айболит» ҡушаматлы яугир

Үҙебеҙҙекеләргә «Башҡорт» ҡушаматлы яугир ҙа ҡушылған. Полкта ул, иң йәше. Тиҙҙән уға 18 тула. Әрмелә хеҙмәт итеү урынына, мәктәп эскәмйәһенән һуң махсус операцияға барырға уйлаған.

17 йәшемдә үк ошондай ҡарарға килдем. Махсус хәрби операцияла дуҫтарым да хеҙмәт итә, туғандарым мобилизацияланды, кемдер үҙ теләге менән китте. Ә ни өсөн мин тылдамын, егеттәргә ярҙам итһәм, һуғыш тиҙерәк тамамланыр, тип уйланым. Үҙем Благовещен ҡалаһынан. Әсәйемә, туғандарыма, һеңлеләремә сәләм еткерәм. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, тиҙҙән беҙҙе Еңеү менән көтөгөҙ.

«Башҡорт» ҡушаматлы яугир

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре араһында төрлө һөнәр эйәләре - табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы белгестәре, журналистар, иретеп-йәбештереүселәр һәм башҡалар. Ә бөгөн улар бер маҡсат кешеләре -Ватанды дошмандан һаҡларға кәрәк булғанда улар күп уйлап тормай үҙ һөнәрен хәрби һөнәргә алмаштырыусылар, Ватан һаҡсылары.

Гүзәл Борханова