Белорет районы Уҫманғәле ауылына айыуҙарҙың эйәләшеүенә бәйле киҫкен саралар күрелә

Ихатаға ла инәләр, урам буйлап та йөрөйҙәр. Белорет районы Уҫманғәле ауылына айыуҙарҙың эйәләшеүенә бәйле киҫкен саралар күрелә. Хоҡуҡ һағындағылар биләмә буйлап дежурлыҡ ойошторһа, һунарсылар министрлыҡ тарафынан бирелгән рөхсәт буйынса тайыштабандарҙың иҫәбен көйләй. Айыуҙарҙан күрелгән зыян тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина материалы.

Ағас ҡойманы күпме генә урынына нығытып ҡуйма, айыуҙар көндөҙ ҙә, төндә лә ошо уҡ урындан емереп тигәндәй баҡсаға үтеп инә. Әғзәмовтар ғаиләһе ҡысҡырып, һәнәк менән баҫтырып, ҡыуып та ҡарай. Әммә урман ҡунаҡтары дүртенсегә өйрәнелгән урынға килә.

Ғаиләнең шәхси хужалығына килтерелгән зыян күләме емерелгән ағас ҡойма менән генә сикләнмәй. Тайыштабандар бер түгел, ике һарыҡҡа ташланған. Эргәлә генә үҫкән мышар менән дә һыйланған.

Урман Әғзәмовтарҙың баҡса артынан уҡ башлана. Ә был ҡырағай хайуандар өсөн ихатаға тура юл, шуға уларҙың кеше йәшәгән урынға үтеп инеүенә ғәжәпләнәһе түгел. Тайыштабандар усманғәлене уратып тигәндәй йөрөй. хатта Трасса, машиналар тауышынан да ҡурҡмай. Урам буйлап та иркен хәрәкәт итә.

Был кадрҙар тотош интернетты урап үтте. Ленин урамы буйлап айыу балаһы менән йүгерә. Хәйер, зыян күреүселәр булмаған. Машина менән ауылдан ҡыуып сығаралар. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, киҫкен хәл яҙҙан алып дауам итә.

Ауыл халҡы мөрәжәғәттәре буйынса хоҡуҡ һағындағылар ҙа эшләй. Биләмәлә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторолған, аңлатыу эше алып барыла.

Белорет районы Усманғәле ауылына айыуҙарҙың яҡынайыуына бәйле ҡәтғи саралар ҙа күрелә. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан был урмансылыҡ участкаһында ҡырағай хайуандарҙың иҫәбен көйләү буйынса һигеҙ рөхсәт бирелгән.

Айыуҙарҙы тотоу буйынса бригадалар ойошторҙоҡ, икешәр-өсәр һунарсы йөрөйбөҙ, үҙебеҙ менән эттәрҙе лә алабыҙ. Һуңғылары тайыштабандарҙы туҡтатырға ярҙам итә. Әлегә бер ҡырағай хайуанды ғына ауланыҡ, был проблеманы берҙәм көс менән хәл итербеҙ тип ышанам.

Виктор Куренёв, «Ҡаҙмаш» һунарсылыҡ хужалығының өлкән егеры

Айыуҙар тораҡ пунктҡа инеүҙән туҡтағансы, был йүнәлештә эш дауам итәсәк. Ә инде әлегә ҡышҡы йоҡоға тиклем иртәрәк, шуға тайыштабандар ауылға тағы ла килер тигән хәүеф юғары. Халыҡҡа уяуыраҡ булыу талап ителә.

Гөлназ Хәйбуллина