Өфөлә иң яҡшы өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары асыҡлана

Баш ҡала 20-се Бөтә Рәсәй «Йөрәгемде балаларға бирәм» һөнәри конкурсын ҡабул итә. Өс майҙансыҡта үткән бәйгенең береһе 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһы базаһында үтә. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған 90 педагог араһында Башҡортостандан 4 уҡытыусы ҡатнаша. Конкурстың тап Башҡортостанда үткәрелеүе юҡҡа түгел. Былтыр ярыштың федераль этабында Өфө уҡытыусыһы Татьяна Воробьева абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булғайны. Конкурс шарттарына ярашлы, еңеүсе киләһе бәйгене үҙ төбәгендә ҡабул итә.

Өҫтәмә белем биреү өлкәһендә эшләүселәр туғыҙ йүнәлеш буйынса баһалана. Шулай уҡ «Өҫтәмә белем биреүҙә профессиональ дебют» һәм «Остазлыҡ» номинациялары еңеүселәре асыҡланасаҡ. Уларҙың исемдәре өс көнлөк һөнәри һынауҙарҙан һуң, 26 сентябрҙә конкурсты ябыу тантанаһында иғлан ителә.