Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында сығыш яһаны. Уҡыусыларға музыканттар ярты йыл эсендә репертуарҙарына индергән халыҡ ижады өлгөләрен башҡарҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡурайсылар ансамбле быйыл мартта республика башлығы тәҡдиме буйынса ойошторола. Һайлап алыу турын 23 музыкант үтә.
Әйткәндәй, күптән түгел дәүләт ансамбле тамашасы иғтибарына тәүге клип та сығарғайны. «Ҡағы ташы», «Атлы ғәскәр маршы», «Йәнтүрә маршы», «Урал» яңғыраған видеокартинала Башҡортостандың иҫтәлекле урындары ла күрһәтелә. Бөгөн ҡурайсылар тәүге рәсми концертына әҙерләнә. Ул 10 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә.