Башҡортостан урмансылары махсус хәрби операцияға УАЗ автомобиле ебәргән

Машина Урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдиновтың ҡушыуы буйынса алынған. Аҡса йыйыуҙа урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашҡан. Машина асҡысы “Салауат Юлаев” батальонында хеҙмәт иткән Лесник позывнойлы яугирға тапшырылған. Һалдаттар өсөн шулай уҡ моторлы бысҡы, маскировка селтәрҙәре, бал, быҡтырылған ит, үлән сәйҙәре һәм турист плитәләре ебәрелгән. Башҡортостан урмансылары хәрбиҙәргә даими ярҙам итә. Алғы һыҙыҡҡа 2 мең ярымға яҡын кубик метр ағас материал, 1 мең кубик метр утын оҙатылған.