Өфөлә юл хаҡын түләү өсөн яңы мөмкинлек булдырыла

10 октябрҙән “Башавтотранс” предприятиеһы автобустарында QR-код буйынса иҫәпләшергә мөмкин. Был турала матбуғат конференцияһында белдерелде. Йәмәғәт транспорты салонында бер нисә урынға табличка ҡуйыу ҡарала. Кодты шулай уҡ кондуктор күрһәтә ала. Түләү индерелгәндән һуң смартфонда электрон билет хасил була. 10 декабрҙән 31 декабргә тиклем QR-код буйынса иҫәпләшеүселәргә ташлама ҡарала. “Алға” транспорт картаһы, башҡа карталар менән иҫәпләшеү мөмкинлеге шулай уҡ ғәмәлдә ҡала. Юл хаҡын түләүҙең был ысулы баш ҡала транспортында һынау үткәндән һуң республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ла ҡулланыла башлай.