Белореттан 26 йәшлек батыр махсус операцияла ҡатнаша

“Беҙҙең Линар батыр”.  Журналист яҙмалары телеграм-каналы Белорет районы Аҙналы ауылынан 26 йәшлек яугир тураһында хәбәр иткән. Ул Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы старшинаһы Линар Ғарипов. Егет үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана һәм медицина ротаһына хеҙмәткә тәғәйенләнә. Ҡаты һөжүмдәрҙең береһендә яралы һалдатҡа ярҙам иткәндә үҙенә лә ярсыҡ тейә. Линар ике аҙна госпиталдә дауалана һәм кире яу яланына, иптәштәре янына ашыға. Линар Ғарипов хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Генерал Шайморатов, Жуков миҙалдары менән бүләкләнгән. Уға “Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелгән. Линарҙы өйҙә тормош иптәше һәм ике улы көтә.