Сараның төп өлөшө көҙгө еңел атлетика буйынса ярыш ойоштороуға ҡоролһа, икенсе өлөшөндә сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Мин - Тыуған илемдең патриоты» акцияһының еңел атлетика буйынса ярышына күрше район, өлкәләрҙән, Татарстан Республикаһынан, шулай уҡ Баймаҡ, Сибай, Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан 200-ҙән ашыу спортсы йыйылды. Улар йәш арауығына ҡарап 2, 5, 10 саҡрым арауыҡта ярышты.Йүгеректәр еңел атлатика буйынса спорт мастеры Фәнил Әминев менән бергә ярыш алдынан күнекмә эшләне.
Ярыштыңгенераль бағыусыһы булып билдәле меценат, яҡташыбыҙ Сергей Продовиков сығыш яһаны.Ул инде күп йылдар тыуған Башҡортостанында йәшәмәһә лә, кесе Ватанына һәр ваҡыт ярҙам итә. Был юлы еңел атлетика буйынса ярышҡа ҙур күләмдә аҡсалата сертификаттар тапшырҙы.
«Мин -Тыуған илемдең патриоты»мәҙәни-спорт акцияһының икенсе өлөшөн халыҡ ижады үҙәге артистары, талантлы йырсы Рәфис Ишбаев, Рәсәйҙең легендар рок «Земляне» һәм «Рождество» төркөмдәренең сығышы биҙәне.Баймаҡ халҡы рухлы йырҙарҙы ҙур ихласлыҡ менән ҡабул итте.
Икенсе йыл рәттән уҙғарылған сарала махсус хәрби операциянан ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугирҙА сығыш яһаны. Шулай уҡ райондың, ҡаланың үҫешенә тос өлөш индергән яҡташтар, әүҙем йәмәғәтселәр бүләкләнде.
Раушания Рәхимова