Йоғошло сир Өфөлә һәм Ростов өлкәһендә теркәлгән. Роспотребнадзор белгестәре билдәләүенсә, XEC варианты тиҙ тарала, ә уның билдәләре «омикрон» менән оҡшаш. Ауырыу йоҡторған кешенең тамағы, тәне, башы ауырта, арығанлыҡ һиҙелә, ҡоҫҡо килә, еҫ һиҙеү һәләте һәм аппетиты юғала. XEC беренсе тапҡыр Германияла быйыл июндә табылған һәм донъяның бер нисә иленә таралып өлгөргән.