Өфөлә Үҙәк диниә назараты ойошторолоуға 235 йыл тулыу айҡанлы тантаналы ултырыштар үтә

Ил мосолмандары Өфөгә йыйылды. Баш ҡалала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ойошторолоуға 235 йыл тулыу айҡанлы тантаналы ултырыш, конференциялар үтә. Унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән йөҙҙәрсә диндарҙар ҡатнаша. Бөгөн улар «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: ғаиләлә традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, конфессия һәм милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу» тип исемләнгән ғилми-ғәмәли конференция уҙғарҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ойошторолоуға 235 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли конференция ғаилә ҡиммәттәренә бәйле һорауҙарҙы үҙ эсенә алды. сығыштраҙа традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, конфессия һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләләре күтәрелде.

Заманында был турала билдәле башҡорт дин әһелдәре лә яҙып ҡалдырған. Улар араһында Зәйнулла Рәсүлев, Ризаитдин Фәхретдинов кеүек шәхестәрҙең хеҙмәттәре айырым урын биләй. Уларҙың мәғрифәтселек өлкәһенә ҡағылышлы уй-фекерҙәре бөгөн дә көнүҙәк ҡала.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондында, шулай уҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡланған ҡулъяҙмалар һәм һирәк осраған баҫмалар сит ил ғалимдарын да ҡыҙыҡһындыра.

Рәсәй Президенты тарафынан 2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Йәғни йылдың төп темаһы һәм илдә алып барылған дәүләт сәйәсәте лә йәмғиәттә ғаилә ҡиммәтәрен нығытыуға йүнәлтелгән.

Бөгөнгө осрашыу сиктәрендә Рәсәй ислам университеты һәм ислам донъяһының иң боронғо уҡыу йорто булған «Әз-Зәйтүнә» университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Өфөлә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре дини уҡыу йорттары ректорҙары ла осрашты.

Ғилми-ғәмәли конференция иртәгә лә дауам итә. «Ләлә» мәсетендә Изге Ҡөрьәндән аяттар уҡыу менән бер рәттән, студенттарҙың Ислам диненә арналған фәнни докладтары ла тыңланыласаҡ. Конференция һөҙмтәләре буйынса резолюция ҡабул итеү ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин