Өфөнөң 18-cе башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Мәғариф министры Сергей Кравцов яҡташыбыҙҙы тәбрикләп, «2030 йылға тиклемге осорға мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү концепцияһын» эшләүҙә ҡатнашырға тәҡдим итте. Күләмле бәйгелә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Азалия Ибраһимова ла лауреат исемен алды. Башҡортостандың милли мәғарифын данлаған педагогтар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әңгәмәләште
Өфөнөң 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтованың мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү буйынса эш тәжрибәһе ил кимәлендә иң яҡшыһы тип танылды. Яҡташыбыҙҙың Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе этаптарын уңышлы үтеп, еңеү яулауы - туған телгә һөйөү билдәһе. Етди әҙерлек, күп көс һәм тырышлыҡ талап ителгән.
Ҡазанда ойошторолған конкурстан ҡайтыу менән Әлиә Ишдәүләтова йәнә тәрбиә эшенә сумған. Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы балаларҙа башҡорт теленә һөйөү уятып, телмәрҙәрен үҫтереү менән бер рәттән, уларҙың һәләттәрен асыу, район-ҡала, республика бәйгеләренә әҙерләү кеүек бурыстар ҡуйған.
Әлиә Ишдәүләтова «Урал батыр» эпосына нигеҙләнеп балаларҙың телмәрен үҫтереү буйынса интерактив уҡыу әсбабы, методик кәңәштәр йыйынтығы ла сығарған. Унда дәрес өлгөләренән тыш, ата-әсәләр менән эште нисек дөрөҫ алып барыу буйынса тәҡдимдәр ҙә бирелгән.
«Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында тағы ла бер яҡташыбыҙ уңышлы сығыш яһаны. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы мәктәбенән Азалия Ибраһимова лауреат булып, илдең иң яҡшы 15 педагогы исемлегенә инде. «Мәғариф өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте абруйлы бәйгелә юғары баһаланды»,-ти белем усағы етәкселеге лә.
Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә медиавизитка, методик оҫтахана, класс сәғәте кеүек этаптар була. Башҡортостандың милли мәғариф системаһы федераль кимәлдә лайыҡлы күрһәтелә.
Былтыр апрелдә асылған яңы мәктәп стеналарында эшләүе лә, уҡыуы ла - үҙ бер кинәнес. Тәжрибәле педагогтар ҙа күләмле бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһап, белем усағын республика, тотош ил кимәлендә данлай.
Гөлназ Хәйбуллина