Өфөлә БДПУ студенттары алдында Константин Шестаков сығыш яһаны

Фәһемле осрашыу. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары алдында социология фәндәре кандидаты, аксиология, ғаилә социологияһы һәм демография буйынса белгес Константин Шестаков сығыш яһаны.

Йәштәргә ул тормош ҡиммәттәре, мөхәббәт һәм яуаплылыҡ, гармониялы мөнәсәбәттәр булдырыу тураһында лекция уҡыны. Константин Александрович педагогтар өсөн дә традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр темаһына сығыш әҙерләгән. Осрашыуҙар «Православ ҡатын-ҡыҙҙар берлеге»нең «Православ маяҡ» проекты сиктәрендә «Православ инициатива» Халыҡ-ара гранттар конкурсы һәм Башҡортостандағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина ярҙамында үтә. Юғары уҡыу йорто коллективы билдәләүенсә, йәштәр өсөн саҡырылған ҡунаҡтар менән лекциялар даими ойошторола.