Өфө һәм Курск араһында хеҙмәттәшлек ниәттәре тураһында протокол төҙөлдө

Документҡа Өфө хакимиәте  башлығы  Ратмир Мәүлиев һәм Курск хакимиәте етәксеһе Игорь Куцак ҡул ҡуйҙы. Башҡортостандан Курск өлкәһенә гуманитар ярҙам алып барылды. Йыуыныу кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, йылытыу приборҙары килтерелде. Хәрбиҙәргә 200 дрон, УАЗ машинаһы, радиоэлектрон көрәш ҡорамалдары тапшырылды. - Сауҙа-иҡтисади,  фәнни-техник һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе артабан үҫтерәсәкбеҙ. Иң мөһиме - бергә булырға. Беҙ - бер ил",- тине Ратмир Мәүлиев.