РБК агентлығы яҙыуынса Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында сумма 300 мең һумға тиклем етә. Аҡса бюджеттан тыш сығанаҡтарҙын түләнә. Социаль селтәрҙә Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының 350 мең һум түләүе тураһында мәғлүмәт бар. Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы сәнәғәт предприятиеларының хәрби контракт төҙөүселәргә 100 мең һумдан башлап түләүе, шулай уҡ рәсми эшкә урынлашыу мөмкинлеге тураһында хәбәр итә. Башҡортостанда Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум түләнә. Предприятие-ойошмалар был суммаға өҫтәмә түләүҙәр билдәләй ала.