Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, был 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем торлаҡтары йәшәү өсөн хәүефле тип танылған граждандарға ҡағыла. Беҙҙең республика шулай уҡ яңы федераль программаларҙа ла әүҙем ҡатнаша. 2030 йылға тиклем Башҡортостанда 14 меңдән ашыу кешене иҫке торлаҡтан яңыһына күсереү ҡарала. План «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса 38 муниципалитетта үтәләсәк. Программаны тормошҡа ашырыу Өфө менән Бөрө ҡалаларынан башлана.