Өфөлә етенсе Кузеев уҡыуҙары үтте

Өс йылға бер ойошторолған форум быйыл «Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация» тип атала һәм бөйөк ғалим, этнограф Раил Кузеевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арнала. Тарихи дата айҡанлы Археология һәм этнография музейында күргәҙмә лә асылды.

Раил Кузеев Башҡортостанда ғына түгел, ил, донъя кимәлендә билдәле шәхес. Урал һәм Волга буйы халыҡтарының тарихын, мәҙәниәтен һәм көнкүрешен өйрәнеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән ғалим, тарихсы һәм этнограф. Рәил Ғүмәр улының төп хеҙмәттәре башҡорт халҡының рухи һәм матди мәҙәниәтен, этногенезын һәм тарихын өйрәнеүгә арналған. Республикала этнография, археология, антропология, көнсығышты, музейҙарҙы өйрәнеү, дини эшмәкәрлектең яңы үҫеш алыуы ла Раил Кузеевтың исеме менән бәйле.

Раил Кузеев этнография экспедициялары менән тотош Башҡортостанды иңенән буйына гиҙеп сыға, 45 райондағы 300-ләп ауылда була. Ошо сәфәрҙәә барышында халҡыбыҙҙың йәшәйеше, көнкүреше тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр туплай, уларҙы киләсәк быуынға тапшырыу буйынса эш алып бара. Ғалим 20 китап һәм ике йөҙҙән ашыу публикация авторы. Күргәҙмәлә Раил Кузеевтың ялан ҡулъяҙмалары ла ҡуйылған, уларҙа тарихсы юлъяҙмаларҙы теркәп барған. Яҙмалар янына һүрәттәр ҙә төшөргән.