Иң ярҙамсыл һәм эскерһеҙ кешеләр - ирекмәндәр. Улар беҙҙең замандың ысын геройҙары. Республика башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге киләһе яҙмаһы генерал Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына арнала. Уның ойошторолоуына ике йыл тулды.
Ошо ваҡыт эсендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Бөтә Башҡортостан буйынса урындағы бүлексәләре ҡарамағындағы штаб активистары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн күп эш башҡарған. Мөрәжәғәттәр күп, ике йыл эсендә штабтың ҡыҙыу линияһына 15 мең шылтыратыу ҡабул ителгән. Шул уҡ ваҡытта ирекмәндәрҙең үҙ ғаиләләре, үҙ хәстәрлектәре һәм бурыстары бар, тип яҙа Радий Хәбиров.
Штабтың тағы бер мөһим йүнәлеше - махсус хәрби операция яугирҙарының үҙҙәренә ярҙам итеү. Ирекмәндәр гуманитар йөк туплай, маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре һәм йыуыныу кәрәк-яраҡтары, күстәнәсттәр әҙерләй тип ихлас рәхмәт, белдергән респубика етәксеһе.