Өфө фән һәм технологиялар университетында «Рәсәй педагогтары» форумы үтә

Тәжрибә майҙансыҡтарында балалар баҡсалары, мәктәп етәкселеге идара итеү һәм стратегик планлаштырыу буйынса белемен камиллаштырһа, тәрбиәселәр, уҡытыусылар мәғариф өлкәһенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында фекер алыша, һәләтле балалар, ата-әсәләр менән эшләү алымдарын үҙләштерә. Эшлекле программанан тыш, күргәҙмә лә ойошторолған. Унда методик ҡулланмалар һәм уҡыу әсбаптары тәҡдим ителә.