Үҫеш биләмәһе. Хәйбулла районы

Төпкөл ауылдар ҙа хәҙер бәйләнештә . «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» программаһы сиктәрендә һуңғы өс йылда Хәйбулла районының ун биш тораҡ пунктында элемтә станцияһы урынлаштырылды. Таштуғай ауылында ла мобилье бәйләнеш сигналы тотороҡланды. Урындағы халыҡ күптән ялҡытҡан өйҙәге стационар телефондарҙан заманса гаджеттарға күскән.

Балаларҙы күпме иҫкәртеп торһаҡ та, әле үҙебеҙ ҙә һаман туймайбыҙ тиһәк була, ошо яңы күренештәргә шатланабыҙ, ьер туҡтауһыҙ телефон һыйпауҙан.

Рүзәлә Рахманғолова, Таштуғай ауылында йәшәүсе

Быға тиклем кемдер өйҙәренә телефон үткәреп бәйләнешкә инер ине, кемдәрҙер тауға сығалар ҙа шунда бәйләнешкә инерҙәр ине. Ҡыуанып, шатланып бөтә алмайбыҙ инде, шулай беҙгә станция ултыртҡандары өсөн.

Зөлфирә Рахманғолова, Таштуғай ауылы старостаһы

Медицина ла халыҡҡа яҡынайҙы. «Сәләмәтлек поездары» тотош республиканы урап үтә. Хәйбулла районында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ла халыҡтан сират. Төрлө йүнәлештәге белгестәргә күренергә теләүселәр күп. Татыр-Үҙәк ауылында йәшәүселәр ҙә диспансер тикшереүҙе ҡалдырмаҫҡа тырыша.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районына тәүге эш сәфәрендә үк Хәйбулла районында алып барыласаҡ эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләгәйне: һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм төҙөлөш.

Һуңғы биш йыл эсендә генә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы һигеҙ санитар автотранспорт, өс йөҙҙән ашыу берәмек заманса медицина ҡорамалы менән тәьмин ителгән. Яңы медицина аппараттары социаль ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау мөмкинлеген киңәйткән.

Үҙебеҙҙә дауаханала кардиолог та бар, бына ФГДС, УЗИ үтеп була, бөтә шарттар бар тип уйлайым, физкабинетҡа ла яңы апарратар алғандар.

Ләлә Ҡотоева, Аҡъяр ауылында йәшәүсе

Башҡортостандың көньяҡ өлөшөн һәм күрше төбәктәрҙе һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә тиҙҙән хәл ителәсәк. Исмәғил Тасимов исемендәге тау байыҡтырыу колледжында яңы уҡытыу йүнәлеш асып, медицина кадрҙары әҙерләй башлау лланлаштырылған. Радий Хәбиров башланғысты хуплап, уҡыу йортоноң республикала кимәлендә көслөләр иҫәбендә булыуын билдәләне.

Былтыр сентябрҙә Аҡъяр ауылында күп профилле полилингваль мәктәп тә асылғайны. Белем усағы 550 уҡыусыға иҫәпләнгән, интернаты ла бар. Күләмле төҙөлөшкә, заманса ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан дөйөм алғанда яҡынса бер миллиард һум бүленгәйне. Педагогтар билдәләүенсә, белемле, телһөйәр быуын тәрбиәләү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар.

Беҙҙең мәктәптә уҡытыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Уларҙың береһе - интерактив таҡта. Беҙ был таҡтала яҙа алабыҙ, презентация күрһәтәбеҙ

Гөлшат Әминева, Аҡъяр ауылы 3-cө күп профилле полилингваль мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы

Төрлө заманса ҡорамалдар менән беҙҙең мәктәп йыһазландырылған, шуға бик шатбыҙ, рәхәтләнеп, ҡолас йәйеп эшләйбеҙ

Айгөл Мәмбәтова, Аҡъяр ауылы 3-cө күп профилле полилингваль мәктәп уҡытыусыһы

Быйылғы уҡыу йылынан беренсе кластан уҡ полилингваль класс асабыҙ. Был беҙҙең күсәгилешлек була. «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында полилингваль төркөмдәр бар һәм ушл полилингваль төркөмдө тамамлаған балалар беҙгә беренсе класҡа уҡырға килделәр.

Рөстәм Дәүләтбирҙин, Аҡъяр ауылының 3-cө күп профилле полилингваль мәктәп директоры

Йыл башында Хәйбулла районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров та полилингваль мәктәптә булып, кабинеттарҙы ҡараны, балалар менән аралашты. Был стеналарҙа, ысын мәғәнәһендә, республиканың киләсәге тәрбиәләнә тине төбәк етәксеһе журналистар менән аралашҡанда.

Былтыр Аҡъярҙа «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек» буйынса яңы спорт майҙансығы асылды. Эргәлә генә яңы бассейн. Унда 25 метр оҙонлоҡта дүрт йөҙөү һыҙаты булдырылған, сауна, душ бүлмәләре эшләй. Айырым категория граждандар өсөн льготалы программалар ҡаралған. Яңы комплекс ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да яратҡан ял урынына әйләнгән.

Район үҙәгендә күләмле төҙөлөш эштәре бының менән генә сикләнмәй. Үҙәк парк та заманса төҫ алған. Яңы балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары, эскәмйәләр, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Биләмә йәшелләндерелә.

Хәйбулла районында муниципаль-ара һәм төбәк әһәмиәтле дөйөм ҡулланыштағы трассаларҙа юл буйы сервисын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Автосервис, ҡунаҡхана, кафе, сауҙа үҙәктәре - һанай китһәң улар ун алтыға етә. Быйыл тағы ла өс объектты сафҡа индереү планлаштырыла.

Урындағы эшҡыуарҙар республика һәм муниципаль программаларҙа әүҙем ҡатнашып, үҙ бизнесын киңәйтеүгә өлгәшкән. Автомобилдәр өсөн запас частар магазины һәм сервис үҙәген генә алайыҡ, биш йыл эсендә яңы бина төҙөлөп, техника ремонты өсөн тәғәйенләнгән яңы ҡорамалдар һатып алынған.

Быйыл Хәйбулла районында 8 кеше социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алған. Айназ Ғәббәсов та үҙ эшен асыуға 350 мең һум алып, балалар уйын үҙәген интерактив һәм уйын ҡорамалдары менән йыһазландырыуға ирешкән. Йүнсел тыуған яҡта күңелгә ятҡан эш менән шөғөлләнеүҙе оло уңыш тип иҫәпләй.

«Демография» милли проекты сиктәрендә республикала мәшғүллек үҙәктәре селтәре яңыртыла. Хәйбулла районындағы бүлексә лә капиталь ремонттан һуң, «Рәсәйҙә эш» кадр үҙәктәре форматында эш башлаясаҡ.

Беҙҙең мәшғүллек үҙәгенә ремонт кәрәк ине, 2024 йылда ремонт башланды, белгестәр ҙә кәрәкле уҡыуҙар үтте. халыҡҡа эш табырға ярҙам итәбеҙ. Әгәр эш таба алмайҙар икән, һөнәрҙәрен алыштырырға теләйҙәр икән, уҡырға ла ебәрәбеҙ

Венера Килдебаева, Республика мәшғүллек үҙәгенең Хәйбулла районы бүлексәһе етәксеһе

Хәйбулла районында сәнәғәттең үҫеш темптары көслө. Шул уҡ Рәсәй кимәлендә иң эре һаналған баҡыр-цинк ятҡылыҡтарының береһе - Подольскиҙы ғына алайыҡ. Проект буйынса, бында ике меңдән ашыу хеҙмәт урыны булдырыу, райондың социаль үҫешен тәьмин итеү ҡаралған. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, биләмәләге мәғдән запастары 88 миллион тоннанан ашыу. «Башҡорт баҡыры» компанияһы тарафынан файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыуға лицензия алынған, инвестициялар буйынса Хөкүмәт менән килешеү төҙөлгән. Биләмәлә барлыҡ инфраструктураһы булған өс сәнәғәт майҙансығы төҙөлөшө планлаштырылған. Проектҡа ярашлы, уларҙың тәүгеһе 2028 йылда сафҡа индерелергә тейеш.

Проекттың төп этаптары булып ул - көнсығыш вентилляция майҙансығын төҙөү, вертикаль ствол 136 метры үтелгән. Икенсе этап буйынса ул Көнбайыш майҙансыҡ, уның буйынса ерөҫтө объекттары төҙөлөшө бара. Төньяҡ майҙансыҡ буйынса ике ауыш шахта стволы төҙөлөү башлана

Айҙар Сөләймәнов, «Башҡорт Баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт баш белгесе

«Подольск» ятҡылығы инвестиция проектына ярашлы, ер аҫты руднигы төҙөләсәк. Шулай уҡ биләмәлә етештереү ҡеүәте йылына 4 миллион 700 мең тонна мәғдән булған тау байыҡтырыу фабрикаһы төҙөләсәк. Яҡынса 2035 йылда тулы производство ҡеүәтенә сығыу ҡаралған.

Фәнүз Фазлетдинов, «Башҡорт Баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең капиталь төҙөлөш буйынса директоры

2019 йылдың авгусында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тау-металлургия компанияһы етәкселеге менән бергә нигеҙ ташы һалып, Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеүгә һәм яңы ер аҫты руднигы төҙөлөшөнә старт биреүҙә ҡатнашты. Объект республикаға иҡтисади йәһәттән дә, социаль яҡтан да бик әһәмиәтле.

Баҡыр-цинк ятҡылығы тораҡ пункт аҫтында - 600-ҙән 800 метрға тиклем тәрәнлектә урынлашҡан. Баҡыр сығарыу эштәре ауылдан халыҡты тулыһынса күсергәс кенә башлана. «Башҡорт баҡыры» компанияһы граждандарға өс вариант тәҡдим итә: район үҙәгенән яңы фатир, аҡсалата компенсация, шулай уҡ әлеге ауылдан ике-өс саҡрым алыҫлыҡта яңы ҡасаба төҙөлөшө планлаштырылған. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яңы йәшәү урындарына күскәнгә тиклем халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса эштәр башҡарыла. Был башланғыс сиктәрендә балалар баҡсаһы һәм мәктәптә капиталь ремонт үткән, урамдар төҙөкләндерелгән.

Уҙған йыл мәктәп, балалар баҡсаһы урыналшҡан урамда асфальт һалдылар. Йәйге сәхнә төҙөлдө. Быйыл июлдә шаулап-гөрләп «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте. Әле бына яңы клубҡа нигеҙ һалынды. Ҡасан төҙөлөп бөткәнен бөтә халыҡ менән көтәбеҙ.

Фәйрүзә Ҡәйепова, Таналыҡ ауыл биләмәһе белгесе

«Подольск»иҙан тыш, «Юбилей», «Октябрь», «Вишневское», «Яңы Петровский» ятҡылыҡтары буйынса инвестиция проекттары ла өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелгән. Районда сәнәғәтте, иҡтисадты үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә.

Барлыҡ компаниялар менән дә социаль-иҡтисади партнерлыҡ тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Барыһы ла районға ҙур ярҙам күрһәтә. Ошо дүрт фирмала 4500 ярым кеше эшләй, күбеһе беҙҙе райондан

Юлай Ибраһимов, Хәйбулла РАЙОНЫ хакимиәте башлығының сәнәғәт һәм экология буйынса урынбаҫары

Уҙған йылдың һандары буйынса Хәйбулла районы республикала бюджет тулыланыу, динамикаһы буйынса беренсе урында килә һәм Хәйбулла районы инвестицияларға килгәндә, халыҡ һанына иҫәпләгәндә беренсе урында, ә тулайым иҫәпләгәндә, ҡалалар буйынса ла дүртенсе урында киләбеҙ.

Рөстәм Шәрипов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы

Ике йыл эсендә генә далала урынлашҡан муниципалитеттың биш ауылында яңы һыу башняһы ҡуйылды. Быйыл уларҙың тағы ла дүртәүһе монтажлана. Таштуғай аулылында йәшәүселәргә лә хәҙер көйәнтәләп һыу ташырға кәрәкмәй, барлыҡ уңайлыҡтар өйҙә.

Хәйбулла районы сәсеүлек майҙандары буйынса ла республикала тәүге биш район исемлегендә. Муниципалитетта йәмғеһе йөҙҙән ашыу хужалыҡ иҫәпләнә. Иген культураларын үҫтереү, ит һәм һөт малсылығы алып барыуға дәүләт ярҙамы - грант алыусылар ҙа бар.

Иген киптереү һәм һаҡлау комплекстары, келәттәр төҙөлөшө, фермаларға реконструкция - хужалыҡтар хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Фермер Илгиз Тажетдинов йылҡысылыҡ менән бишенсе йыл шөғөлләнә, ул үҙ көсө менән мал һимертеү базаһын төҙөгән.

Муниципалитетта Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үрсетеү буйынса айырым программа ла булдырылған. Уға ярашлы, һәр кем дүрт йәшкә тиклем айғыр малы һатып алыуға йөҙ мең һумға тиклем субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Ғөмүмән, районда ат спорты уйындарын, айырыуса «Ылаҡ»ты үҫтереү үҫтереү планлаштырылған. Хәйбулаллар «Башҡорт аты» фестивалендә лә уңышлы сығыш яһай. Быйыл һыбайлылар парады менән ҡымыҙ етештереүселәр конкурстарында беренселек алыу - йылҡысылыҡ тармағының да үҫеш юлында булыуын күрһәтә.

Гөлназ Хәйбуллина