1 октябрҙә Башҡортостанда ҡышҡы “комендант сәғәте” ғәмәлгә инә

18 йәше тулмағандарға ата-әсәләренән башҡа йәмәғәт урындарында булыу тыйыла. Сикләү киске сәғәт 10-дан таңғы сәғәт 6-ға тиклем дауам итә. Ҡағиҙәне үтәмәгән ата-әсәләргә штраф һалыныуы ихтимал. Төнгө ваҡытта йөрөргә яратҡан үҫмерҙәр бер нисә тапҡыр тотолһа, улар профилактик иҫәпкә ҡуйыла.