Республикала емеш ағастары арта

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында биләмәләргә алма, груша, слива ағастары ултыртыу ҡарала. Аллеялар өсөн шулай уҡ ҡарағай һәм шыршы үҫентеләре һайланған. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, Өфөлә 500 төп йүкә ағасы ултыртыла. Йәшелләндерелгән урынға асфальт түшәлә, тротуарҙар эшләнә, яҡтыртҡыстар һәм эскәмйәләр урынлаштырыу ҡарала.