Республикала мал аҙығы әҙерләү тамамлана

Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, ҡыш малдар туҡ буласаҡ, тип белдерәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Башҡортостанда августа тупраҡ үтә  дымлы булыуға бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан итергә тура килде. Әле республика хужалыҡтарында 1 миллион тоннанан ашыу сенаж, 595 мең тонна бесән әҙерләнгән. Силос һалыу дауам итә. Бөгөнгә 640 мең тоннанан ашыу йәшел масса тупланған.