Модулле конструкциялар төҙөү өсөн 147 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Башҡортостан хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кадрҙар үҙәктәре “Демография” милли проектына ярышлы һалына. Бөгөн Сибайҙа һәм Дыуан районы Мәсәғүт ауылында модулдәр урынлаштырыла. Бишбүләк, Бүздәк, Мишкә һәм Туймазы райондарында килешеүҙәр төҙөлгән, участкалар әҙерләнә. Иглин, Ауырғазы, Баҡалы һәм Благовар райондарында ла халыҡты яңы бинала ҡабул итәләр. Ғаилә министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова ошо турала белдерҙе. Илдә мәшғүллек үҙәктәрен комплекслы яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла. Беҙҙең республика һынау майҙансығы булараҡ һайланды.