Баш ҡалала “Өфө муйынсағы” фестиваленең сираттағы этабы үтә

Иртәгә еңел атлетика, саңғыла йөрөү һәм спорт ориентиры буйынса ярыш була. Ҡатнашыусыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе “Өфө йүкәләре” тип аталған һуҡмаҡҡа саҡыралар. Ул Спорт һарайы артында урынлашҡан. Эстафета көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт менән баш ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.