Радий Хәбиров 5 октябргә тиклем ялда була. Был турала Республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы мәсьәләләр даими контролгә алынған. Быйыл ҙур саралар көтөлә. Улар араһында - "Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы бар. Былар барыһы ла ҙур иғтибар талап иткән саралар, тип хәбәр итәләр матбуғат хеҙмәтенән.