Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә. Яңы газ турбиналы мотор яғыулыҡты артыҡ тотонмай, экологик таҙалыҡ буйынса күрһәткестәре яҡшы. Ул газ табыу һәм ҡыуыуҙа, электр энергетикаһында ҡулланыла. - Яңы двигатель беҙҙең сәнәғәт ғорурлығы. Уны Өфө моторҙар төҙөү берекмәһе белгестәре эшләп сығарҙы. Двигатель 120 мең сәғәт буйы туҡтауһыҙ эшләй ала, - ти Радий Хәбиров.