Өфөлә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Минең күп милләтле ғаиләм» проектына йомғаҡ яһала

Ғаилә йылы нигеҙендә бөгөн Өфөлә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Минең күп милләтле ғаиләм» проектына йомғаҡ яһала. Күләмле сарала башҡарма власть органдары, дини ойошмалар, милли-мәҙәни үҙәктәр, «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалы вәкилдәре ҡатнаша. «Башҡортостан - халыҡтар ғаиләһе» асыҡ дискуссия майҙансығы пленар ултырыштан башланды, артабан эш айырым тематик йүнәлештәр буйынса дауам итә. «Ғаилә башлығы», «Ғаилә ҡиммәттәрен таратыуҙа диндең роле», «Ватан һаҡсыһы» кеүек майҙансыҡтар ғаилә институтын нығытыуҙа мәғариф эшен камиллаштырыу, Рәсәй халыҡтарының традицион ғаилә милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса дөйөм дәүләт бурыстары үтәлешенә йүнәлтелгән. Спикерҙар итеп Мәскәү ресурс үҙәге белгестәре саҡырылған. Ултырышта «Сикһеҙ мөхәббәт» телевизион проектының презентацияһы һәм күп милләтле ғаиләләрҙе бүләкләү тантанаһы үтә

Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ субсидияһына тормошҡа ашырылған проект ил кимәлендә юғары баһаланған, тәжрибәне башҡа төбәктәргә лә таратыу тәҡдим ителгән. Рәсәй Халыҡтар йорто һәм милли мөнәсәбәттәр өлкәһендәге Ресурс үҙәк ярҙамында ойошторолоуы сараларҙың мөһимлеген билдәләй.