Өфөнөң 13-сө балалар музыка мәктәбендә башҡорт композиторы Халиҡ Заимовтың 110 йыллығына музей бүлмәһе асылды. Уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтар билдәле музыка эшмәкәренең шәхси әйберҙәре, уникаль фотоһүрәттәр менән таныша ала. Президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проектҡа Халиҡ Заимовтың яҡындары ла ихлас ҡатнашҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Халиҡ Шакир улы башҡорт опера-балет, хор һәм инструменталь музыкаһына тос индергән шәхес. Ул тарих-фольклор нигеҙендә яҙылған тәүге «Аҡбуҙат» башҡорт операһы авторы. Шулай уҡ «Ҡара йөҙҙәр» балетына музыка ла яҙған. Халиҡ Заимовтың фортепиано өсөн эшкәрткән башҡорт халыҡ йырҙарын бөгөн үҫеп килеүсе быуын ихлас өйрәнә.