Вәсил Ханнановтың яҡындары рәссамдың тыуған көнөндә хәтер кисәһенә йыйылды

Рәсәйҙең рәссамдар союзы ағзаһы һәм «Сыңғыҙхан» ижад берекмәһе етәксеһе, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы быйыл февралдә 68-се йәшендә донъя ҡуйҙы. Уның хәтер кисәһе Өфөнөң Карл Маркс урамындағы Заман сәнғәте музейында уҙҙы. Рәссам был музейҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡан. Музей стеналарын уның төрлө йылдарҙа ижад иткән картиналары биҙәй.