Сөн буйында йырсылар майҙан тотто. Шаран ауылы үҙәк мәҙәниәт йортонда татар халыҡ йырҙарын һәм композиторҙар әҫәрҙәрен башҡарыусыларҙың 7-се төбәк-ара конкурсы уҙҙы. Ҡатнашыусылар халыҡ, копозиторҙар ижад иткән, Сөн йылғаһы хаҡындағы йырҙарҙы башҡарҙы. Гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғына конкурста уңышлы сығыш яһаған 20 башҡарыусы эйә булды. Абруйлы жюри бер тауыштан Татарстандың Ютазы районынан Ынйы Ильясованы абсолют еңеүсе тип таныны, уға Гран-при һәм 50 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Проект татар халыҡ йырҙарын һәм татар композиторҙары әҫәрҙәрен пропагандалауға, йәштәрҙе милли мәҙәни ҡиммәттәргә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. «Сөн һандуғасы-2024» конкурсы быйыл да йәш башҡарыусылар араһында яңы исемдәр асты. Шаран районынан Рәмус Нуриев 14-29 йәшлек башҡарыусылар араһында 1 се дәрәжә лауреат исеменә, ә Йәрмәкәйҙән Айҙар Шәфиғуллин 30 алып -55 йәшкә тиклем конкурсанттар араһында иң яҡшы башҡарыусы тип танылды.