Курск өлкәһе губернаторы Алексей Смирнов Радий Хәбировҡа һәм республика халҡына рәхмәт белдерҙе

«Украина Ҡораллы көстәренең террористик һөжүме һөҙөмтәһендә Курск өлкәһенең күп кенә халҡы эвакуацияланырға мәжбүр була. Кешеләр ауыр тормош хәлендә ҡала, яҡындарын, торлаҡтарын юғалта. Рәсәйҙең бөтә субъекттары ла беҙгә теләктәшлек күрһәтә. Балаларыбыҙҙы, ғаиләләребеҙҙе туғандары кеүек ҡаршы ала. Курск өлкәһенә көн һайын гуманитар ярҙам килә. Беҙ бик рәхмәтлебеҙ! Һеҙҙең һәм Башҡортостан халҡының күрһәткән ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Бергәләп бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ, тағы ла көслөрәк булырбыҙ һәм еңербеҙ, тип ышанам», - тиелә Башҡортостан башлығы исеменә килгән хатта.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 августан республиканан Курск өлкәһенә 51 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам оҙатылды. Изге эшкә Өфө лә ҡушылды. Ҡала ойошмалары һәм битараф булмаған халыҡ Курск өлкәһенә 55 тонна тәү кәрәк-яраҡ әйберҙәр йыйҙы. Унда аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, өлкәндәр һәм балалар өсөн кейем, шәхси гигиена саралары, медикаменттар, мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм башҡалар инә.