Финанс белем хеҙмәт хаҡын иҫәпләү генә түгел

Заман кешеһе үҙ аҡсаһын дөрөҫ тотона, туплай һәм һаҡлай ҙа белергә тейеш. Шулай уҡ дәүләт менән иҫәпләшеү ҙә үҙ ваҡытында һәм ҡануниәт нигеҙендә башҡарылыуы шарт. Нисек был белемгә өлгәшергә? Финанс системаһы һәм йәмәғәт араһында бәйләнеш булдырыусы киң мәғлүмәт саралары ярҙамы менән. Ләкин матбуғат хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә финанс йәһәттән белемле булыуы мөһим. Республиканың тармаҡ министрлығы ошо юҫыҡта йыл һайын семинарҙар ойоштора. Хәбәрселәр ҡатмарлы финанс мәсьәләләрҙе аңлайышлы тел менән халыҡҡа еткереү серҙәренә төшөнә. Был юлы республика баҫмалары, теле-радио хеҙмәткәрҙәр алдында илдең билдәле финанс журналистары сығыш яһаны. Инна Филатова коллегаларына «кәнсә» теле менән яҙылған ҡануниәтте халыҡсан телгә әйләндереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Көндән -көн яңы закондар, финанс документтар сығып тора. Уларҙың күптәрен ябай халыҡ түгел, белгестәр ҙә аңлап етмәй. Документтарҙы йәмғиәткә аңлайышлы тел менән еткермәй тороп беҙ финанс белем тураһында һүҙ йөрөтә алмайбыҙ. Журналистар был йәһәттән дәүләт һәм йәмғиәт араһында бәйләнеш булып тора һәм уларҙың иңенә мөһим миссия йөкмәтелгән. Бигерәк тә мутлашыу әүҙемләшкән заманда. Киң мәғлүмәт саралары ябай һүҙ менән халыҡты иҫкәртеп торорға тейеш.

Инна Филатова, журналист