Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы

Иң яҡшы кадет корпусы байрағы йәнә Ишембайҙа. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы тип билдәләнде. Был исемгә уҡыу йорто икенсе йыл рәттән лайыҡ була. Еңеү менән уларҙы үҙенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы. «Бында ҡаты дисциплина, көслө уҡыу базаһы, бер нисә тел өйрәтелә, күп түңәрәктәр һәм секциялар эшләй, спортҡа айырым баҫым яһала», - тип яҙған төбәк етәксеһе. Кадет корпусы тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Йәш бөркөттәр кеүек кадет корпусына яңы уҡырға килгән малайҙар «осорға» әҙерләнә. Бер нисә көндән һуң улар хәрби ант бирәсәк. Йыр өйрәнеү - тантанаға әҙерлектең бер өлөшө. Ә күрше кабинетта сығарылыш класының дәресе бара. Кадеттар өсөн быйылғы уҡыу йылынан яңы дисциплина индерелә. Егеттәр пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйырға, уларға программа яҙырға өйрәнә. Бының өсөн «Пилотһыҙ осоу авация системалары» милли проекты сиктәрендә республиканың 20 мәктәбенә, шул иҫәптән Ишембайҙағы кадет корпусына аҡса бүленә. Деталдәрҙе баҫтырыу өсөн 3Д принтер, ҡоролмалар һатып алына. Тәүгеләрҙән булып уларҙы 11-селәр һынап ҡарай.

Белем усағы Волга буйы федераль округының кадет корпустары араһында йәнә иң яҡшыһы исеменә лайыҡ булды. Түбәнге Новгородта үткән конкурста уҡыуҙа өлгәшкән уңыштар барлана, сығарылыш класы уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына инеү проценты кеүек критерийҙар тикшерелә. Еңеүсе байрағы икенсе йыл рәттән Ишембайҙа һаҡланасаҡ.

Әле Рәсәй Геройы исемен йөрөткән кадет корпусында 320 уҡыусы белем ала. Уҡыу йортонда ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Рәсәй ҡораллы көстәренең һәуа-десант ғәскәрҙәренә белгестәр әҙерләнә. Егеттәр төрлө яҡлап үҫешһен өсөн корпуста 40-тан ашыу түңәрәк һәм секциялар эшләй - «йәш уҡсы», ҡул көрәше, баскетбол, волейбол, футбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы. Шулай уҡ кадеттар художество-эстетик йүнәлешендәге түңәрәктәргә лә йөрөй. Күптәре киләсәк тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләй.

Буласаҡ ил һаҡсылары илгә хеҙмәт итеү ябай һүҙ түгел икәнлеген аңлай һәм Александр Доставаловтың исеменә тап төшөрмәҫкә тырыша. Ҡаһарман яҡташыбыҙ миҫалында кадеттарға илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләнә. Башҡорт кадет корпусында Рәсәй Геройы иҫтәлегенә музей эшләй, биләмәгә уның бюсы ҡуйылған.

Әлфинә Килдейәрова