Күләмле сарала башҡарма власть органдары, дини ойошмалар, милли-мәҙәни үҙәктәр, «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалы вәкилдәре ҡатнашты. «Башҡортостан - халыҡтар ғаиләһе» асыҡ дисскусия майҙансығында күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлына республиканың төрлө район-ҡалаларынан өлгөлө ғаиләләр саҡырылғайны. Традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға индергән өлөштәре һәм балаларҙы тәрбиәләүҙә айырым ҡаҙаныштары өсөн уларға Башҡортостан Хөкүмәте етәкселегенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр билдәләүенсә, күмәк балаға атА-әсәй булыу - оло бәхет.
«Башҡортостан - халыҡтар ғаиләһе» асыҡ дискуссия майҙансығы - Халыҡтар дуҫлығы йорто тормошҡа ашырған күләмле проекттың йомғағы. Йыл дауамында төрлө милләттән булған ғаиләләр тураһында репортаждар әҙерләнгән, материалдарҙа татыулыҡ һәм тыныслыҡ ғаиләнән башлана тигән мәғәнә һалынған. Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ субсидияһына тормошҡа ашырылған проект ил кимәлендә юғары баһаланған, тәжрибәне башҡа төбәктәргә лә таратыу тәҡдим ителгән.
Күләмле сараның Рәсәй Халыҡтар йорто һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге Ресурс үҙәк ярҙамында ойошторолоуы ла айырым иғтибарға лайыҡ. Федераль белгестәр күп милләтле халҡы менән дан тотҡан төбәк тураһында тик яҡшы фекерҙә.
Сара барышында тематик майҙансыҡтар ҙа эшләне. «Ғаилә башлығы», «Ғаилә ҡиммәттәрен таратыуҙа диндең роле», «Ватан һаҡсыһы» кеүек йүнәлештәр ғаилә институтын нығытыуҙа мәғариф эшен камиллаштырыу, Рәсәй халыҡтарының традицион ғаилә милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса дөйөм дәүләт бурыстары үтәлешенә йүнәлтелгән.
Гөлназ Хәйбуллина