Башҡортостан ирекмәндәре «Һаҡлаусы фәрештә» почет билдәһенә лайыҡ булды

Награданы бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар-Рунет яҙыусылар союзы етәкселәре тапшырҙы. Республикала тәүге тапҡыр бирелгән Почетлы билдә менән 8 ирекмән бүләкләнде. «Еңеү һәр ҡайһыбыҙҙа» тип аталған ижади осрашыуҙан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Һаҡлаусы фәрештә. Почет билдәһенең исеме ирекмәндәрҙең булмышын сағылдыра. Уларҙың һәр береһе фәрештә һымаҡ, алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙҙең именлеге, ғүмере һағында тора. Белореттан эшҡыуар Резеда Сайдарова ғүмер буйы хәйриә эшмәкәрлеген алып бара. Махсус хәрби операция башланғас бар көсөн яугирҙарға гуманитар ылау туплауға йүнәлтә. Француз яулығын тергеҙеп, уны һатыуҙан килгән аҡсаның 20 процентын алғы һыҙыҡтағыларға ярҙамға тотона. Изге күңелле ирекмән Резеда Рифғәт ҡыҙы бөгөн бүләкләнеүселәр араһында.

Эшҡыуар, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғоловтың исеме лә республика халҡына яҡшы таныш. Ирекмән махсус хәрби операцияның беренсе көнөнән алып гуманитар ылау йыйыуҙы ойоштора, үҙе алғы һыҙыҡҡа алып барып тапшыра.

«Һаҡлаусы фәрештә» почет билдәһе сағыштырмаса яңы награда, ул Рунет яҙыусылар союзы тарафынан үткән йылда булдырылған. Күңел, йөрәк ҡушыуы буйынса изгелек ҡылғандар өсөн. Награда ошоға тиклем Мәскәүҙә һәм Донецкта ғына тапшырылған, Башҡортостан ил төбәктәре араһында беренсе. Һәм был осраҡлы түгел, ти Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Гөлдәриә Йосопова. Республикала ойоштороу эштәрен дә тап Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы алып барған.

«Һаҡлаусы фәрештә» почет билдәһе Башҡортостандан 8 ирекмәнгә тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында шулай уҡ Федоровка, Иглин, Баймаҡ районы вәкилдәре лә бар. Ойоштороусылар әйтеүенсә, исемлек килсәктә тағы ла тулыланасаҡ. Сөнки республикала был наградаға лайыҡлы шәхестәр бихисап.

Рәмзиә Кәримова